1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Итоговое совещание руководителей на 2022-2023 год

Итоговое совещание руководителей на 2022-2023 год

Май 24, 2023 Просмотров: 12
Бөгөн, 24 май, Хоҙайбирҙин ауылының "Ләйсән" балалар баҡсаһында мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары етәкселәре кәңәшмәһе булып үтте. Балалар баҡсаһы мөдире, ваҡытлыса тәрбиәсе вазифаһын башҡарыусы Ғайсина Ғәлиә Сәлим ҡыҙы әҙерләгән, "Ҡарға бутҡаһы" байрамын ҡаранылар. Байрамдың маҡсаты: балаларҙы башҡорт халҡының милли байрамы менән таныштырыу,байрамдың кешеләр тормошонда ниндәй әһәмиәткә эйә булыуын күрһәтеү; тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. Байрам барышында балалар йырҙар йырланылар, бейенеләр,уйындар уйнанылар. Байрамға ҡунаҡҡа килгән өләсәй (тәрбиәсе ярҙамсыһы Ғәҙелева Алина Фәрих ҡыҙы) үҙенең ролен бик оҫта уйнаны.
Ш.А. Хоҙайбирҙин исемендәге музейға экскурсияға барҙылар. Район мәғариф бүлегенең мәктәпкәсә тәрбиә буйынса методисы Панаева В.А. "Мәктәпкәсә белем биреү программаһы + Федераль дәүләт белем биреү стандарты мәктәпкәсә белем биреү - һәр бер балалар баҡсаһының белем биреү программаһының нигеҙе" буйынса һөйләне һәм яңы уҡыу йылын шул программа менән эшләйәсәгебеҙҙе белдерҙе.
Шулай уҡ 2022-2023 уҡыу йылына һөҙөмтә яһалды. Мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары етәкселәре кәңәшмәһе бик уңышлы үтте.